Сәләм хәстрүш, аноним . Беҙ бер класта уҡыныҡ һәм ул минең тәүге мөхәббәтем булды. Мин хистәремде һуңғы синыфҡа тиклем асманым, белдермәнем, бер кемгә лә һөйләмәнем . Уҡыу йылы бөтөр алдынан, 8 март көнө, мин хистәремде астым. Белһәгеҙ икән уның минән көлөүе, бөтә класташтар алдында мыҫҡыл итеүе, ғүмерендә онотмаҫлыҡ. ( Буйым тәпәшерәк булды, төҫкәлә матурлығым булманы.) Мәктәп бөткәс ПТУ, армия, эшкә керҙем үҙемә оҡшаған ҡыҙ таптым ( икенсе мөхәббәтем ) , туй үткәрҙек өс балабыҙ бар, өй һалып сыҡтыҡ, тормош әкренләп алға бара. Ауылдаштар араһында авторитетым бар, дуҫтарҙа күп кенә.( маҡтанмайым ) . Хәҙер 40 тулып клә. Ә класташым өс тапҡыр кейәүгә сығып айырылды, бер ҡыҙы бар, ҡырҙа йәшәй. Осраштыҡ бит уның менән мәктәпте бөткәнгә 20 йылына. Әҙерәк төшөрөп алғас миңә бәйләнде бит. Һине яраттым, яратам тип. Эш кексҡа бара ине. Уның минән көлөүе иҫемә төшкәс, боролоп китеп барҙым. Шунан алып тел. звоноктары, ВК- ға яҙыуҙары күп булды. Мөхәббәткә признаниелар осршыуға саҡырыуҙар. Барманым йөрөмәнем. Ҡатыным белде, өйҙә шау-шыу булды, һауыт-һаба ярылды. ( Элек булғаны юҡ ине ). Ярай аңлаттым ышанды шикелле. Сер итеп әйтәм класташты күрһәмме, тауышын ишетһәмме йөрәк семетеп ала бит әле. Без коментарий.

Эта статья была автоматически добавлена из сообщества Серләшәйек

Еще по теме:  Сегодня чиновники говорят: "Мы не просили вас рожать". В Советском Союзе они гов...

ОСТАВЬТЕ ОТВЕТ

Please enter your comment!
Please enter your name here

Этот сайт использует Akismet для борьбы со спамом. Узнайте как обрабатываются ваши данные комментариев.